18 марта прошли выборы Президента Российской Федерации

787 0

18 март- Бөтөн Рәсәйҙә Президент һайлауҙары үтте(10.01.2003 №19 РФ законына ярашлы).Таулыҡай ауыл  халҡы ла үҙенең конституцион хоҡуғын һәм бурысын үтәне.Һайлау участкалары ваҡытында асылды, ауылдарзын имам хатибтары һайлау комиссияһына уңыштар теләп фатихаларын бирҙе .

Таулыҡай ауылының 1022-се һайлау участкаһында Һайлаусылар бик әүҙем булды. Иң тәүге һайлаусылар, иң йәш һайлаусылар билдәләнде. Ғаилә менән һайлаусыларҙа булды. Шулай уҡ мәктәп һәм ауыл хакимиәте тарафынан әҙерләнгән матур концерт, йәрминкә ойоштородо.

Сыңғыҙ ауылынын 1023-сө һайлау участкаһында һайлаусылар бик әүҙем булды.  Был көн ауыл халҡы,килгән ҡунаҡтар өсөн ысын байрамға әүерелде. Ауыл үҙешмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан зур концерт күрһәтелде, аҙағынан Баймаҡ Халыҡ ижады үҙәге артистары бай йөкмәткеле концерт менән ауыл халҡын ҡыуандырҙы .Йәрминкә, һатыу ойошторолдо. Солтангильдина Рәйлә Базарбай ҡыҙы Үҙенең ҡул эштәре нән күргәҙмә ойошторҙо һәм һаҡал эшләү серҙәрен өйрәтеп мастер-класс үткәрҙе.Һайлаусылар араһында 100-cе Шахморатова Флүрә , 200-сө Уразбаева Зөлхизә һайлаусы билдәләнде һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Буранбай ауылынын 1024-се һайлау участкаһында һайлау участкаһында Һайлаусылар  әүҙем.  Был һайлау участкаһында ла Ауыл үҙешмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан зур концерт күрһәтелде, йәрминкә, һатыу ойошторолдо. Теннис, шашка, шахмат, волейбол ярыштары үткәрелде. Ин өлкән, ин йәш, 50-cе, 100-сө, тәүге һайлаусылар бүләкләнде.

Бөтәгеҙҙе лә 18 март көнө илебеҙҙә барған оло сарала — һайлауҙарҙа ҡатнаш7аны4ы6 0с0н зур р2хм2тебе66е белдер2бе6

K68U6cHSHmo g5CgxJ6uwGk Kb7JG-ryvbA FcWQpK706Cg g3t2TR-iGJ8 37z01Jyrcxs SjF34kTgPko