19 декабрь көнө Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай ауылдарында ауыр хәлле һәм күп балалы , инвалид һәм яңғыҙ йәшәүсе ғаиләләргә, яңы йыл алдынан янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү маҡсатында, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Гөлназ Хәлиҙәр ҡыҙы , ауыл хакимиәте башлығы Сәғәҙәтова Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Исхакова Гөлгөнә Әбделхәй ҡыҙы менән берлектә рейд үткәрелде. Ауыл биләмәһендә бөтәһе 84 ғаиләгә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылған, шуларҙың 58 Таулыҡай ауылында. Был сигнализациялар 2018 йылғы район программаһына ярашлы тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән , күп балалы, инвалид, яңғыҙ йәшәгән ололар һәм ауыр хәлдәге ғаиләләргә бушлай ҡуйылды. Рейд барышында асыҡланған етешһеҙлектәргә иҫкәрмәләр яһалды, балалар ҡыш бабай күстәнәсен алып ҡыуанды. Яңы йылды имен- аман ҡаршыларға яҙһын!!!

637 0

U3ceag1aU6o 0EAk0xL01G0 LYgewetGg8s