1109 0

5v92WTBhNuU

Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте йыл һайын Республика кимәлендә ойошторолған конкурс - Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. 2014 йылда Үрге Таулыҡай зыяраты тимерҙән кәртәләнде , Сыңғыҙ ауылының Х. Әхмәтов, Күсәбә урамдарына таш түшәлде. 2015 йылда иһә Түбәнге Таулыҡай, Буранбай ауылдарының зыяраттары ошо ППМИ программаһы сиктәрендә заманса матералдар менән кәртәләп алынды. Былтырғы 2018 йылда Үрге Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре, күмәк көс менән евроға алмаштырылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең ауыл биләмәһе хакимиәте тәүгеләрҙән булып был программаға ҡушылып, икешәр проекттарҙы бойомға ашырҙы. 06 ноябрь Сыңғыҙ клубында үткән дөйөм йыйылышта халыҡ әүҙем ҡатнашты. Йыйылышта район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы ла ҡатнашты. Ул халыҡҡа программаның маҡсаты, программа эшләп килгән дәүерҙәге район буйынса эшләнгән эштәрҙең ыңғай һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте. Быйылғы йылда ППМИ программаһы менән, алла бирһә, Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләрен евроға алмаштырырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Программа шарттарына ярашлы, йыйылышта был программаға - 10% иғәнә халыҡтан, 10% - спонсорҙарҙан, 10% РОНОнан – тигән шарт менән ҡушылырға риза булдылар. Ә иһә ҡалған сумма республика бюджетынан бүленәсәк. Бөгөнгө көндә проектно-сметная документация эшләнеп бөтөп, Өфөгә экспертизаға ебәрелгән. 1 350000 һумлыҡ проект, шул иҫәптән сығып ауыл халҡынан 150000 һум, спонсорҙарҙан 150000 һум, РОНОнан 150 000 һум булырға тейеш. Ҡалған сумманы- 900000 һум Республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк. Программала еңеп сыҡҡан осраҡта ауыл халҡы һәр өйҙән 1000 һумдан аҡса йыйырға тигән ҡарар ҡабул итте. 5 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Улар халыҡ араһында аңлатыу эштәре, халыҡтан һәм бағымсыларҙан аҡса йыйыу, документация эштәре өсөн яуап бирәсәк. Нисәмә быуын балаларына белем,тәрбиә генә түгел ҙур тормошҡа аяҡҡа баҫтырған мәктәп бөгөн беҙҙән ярҙам көтә. Ауылыбыҙҙың киләсәге булған мәктәп яҙмышына битараф булмайыҡ ауылдаштар!

Таулыҡай ауыл биләмәһе хакимиәте йыл һайын Республика кимәлендә ойошторолған конкурс — Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. 2014 йылда Үрге Таулыҡай зыяраты тимерҙән кәртәләнде , Сыңғыҙ ауылының Х. Әхмәтов, Күсәбә урамдарына таш түшәлде. 2015 йылда иһә Түбәнге Таулыҡай, Буранбай ауылдарының зыяраттары ошо ППМИ программаһы сиктәрендә заманса матералдар менән кәртәләп алынды. Былтырғы 2018 йылда Үрге Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре, күмәк көс менән евроға алмаштырылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең ауыл биләмәһе хакимиәте тәүгеләрҙән булып был программаға ҡушылып, икешәр проекттарҙы бойомға ашырҙы.
06 ноябрь Сыңғыҙ клубында үткән дөйөм йыйылышта халыҡ әүҙем ҡатнашты. Йыйылышта район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Хисмәтуллин Динар Рәфҡәт улы ла ҡатнашты. Ул халыҡҡа программаның маҡсаты, программа эшләп килгән дәүерҙәге район буйынса эшләнгән эштәрҙең ыңғай һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте. Быйылғы йылда ППМИ программаһы менән, алла бирһә, Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләрен евроға алмаштырырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Программа шарттарына ярашлы, йыйылышта был программаға — 10% иғәнә халыҡтан, 10% — спонсорҙарҙан, 10% РОНОнан – тигән шарт менән ҡушылырға риза булдылар. Ә иһә ҡалған сумма республика бюджетынан бүленәсәк. Бөгөнгө көндә проектно-сметная документация эшләнеп бөтөп, Өфөгә экспертизаға ебәрелгән.
1 350000 һумлыҡ проект, шул иҫәптән сығып ауыл халҡынан 150000 һум, спонсорҙарҙан 150000 һум, РОНОнан 150 000 һум булырға тейеш. Ҡалған сумманы- 900000 һум Республика ҡаҙнаһынан бүленәсәк.
Программала еңеп сыҡҡан осраҡта ауыл халҡы һәр өйҙән 1000 һумдан аҡса йыйырға тигән ҡарар ҡабул итте. 5 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Улар халыҡ араһында аңлатыу эштәре, халыҡтан һәм бағымсыларҙан аҡса йыйыу, документация эштәре өсөн яуап бирәсәк.
Нисәмә быуын балаларына белем,тәрбиә генә түгел ҙур тормошҡа аяҡҡа баҫтырған мәктәп бөгөн беҙҙән ярҙам көтә.
Ауылыбыҙҙың киләсәге булған мәктәп яҙмышына битараф булмайыҡ ауылдаштар!

hHBdnthjDBY