24 декабрь көнө Таулыкай ауыл биләмәһе ауылдарында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы булып үтте. Мәртәбәле жюри ағзаларын «Хазина» фольклор ансамбле таҡмаҡ менән ҡаршылаһа , С.Юлаев округы халҡы яңы йыл тамашаһы ҡуйҙы ,килгән ҡунактарҙы, ауыл халҡын йылы аштары менән һыйланы. Ошондай уҡ байрам тантаналары Сыңғыҙ ауылында, Буранбай ауылында ла бик ойошҡанлы үтте. Ойоштороусыларға, депутаттарға, ҡатнашыусыларға, клуб хеҙмәткәрҙәре, китапханасыларға, ҡатнашҡан ауыл халҡына ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!!! Һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!!! Һеҙҙе, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!! Яңы йыл яңы бәхеттәр, яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен. Ауыл биламахе башлыгы Саитов Фуат Ахметович

756 0