26 Октябрь көнө Сыңғыҙ ауылында тағы ла бер тапҡыр экологик өмә үтте,рөхсәтһеҙ урында түгелгән сүп -сар йыйылды.Бөтә үткән өмәләрҙән сығып ҡарағанда,ауылдарыбыҙ ҡыйлыҡтың уртаһында ултырып ҡалып барған тип әйтергә мөмкин. Аҙна һайын ойошторолған өмәләр бындай хәлдән сығырға булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ.Был көндө лә ошондай ҙур эште атҡарып сығыуҙа ярҙам иткән депутат Нияз Уразбаевҡа, өмәлә ҡатнашыусы Рәфҡәт, Риф, Хәлит Уразбаевтарға, Дим Усмановҡа,Марсель Моталлаповҡа,Миңзәлә Шахморатоваға,Рита апай Ҡоланбаеваға,мәктәп коллективына һәм башҡа ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Ныҡлы һаулыҡ,эшегеҙҙә уңыштар,ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ. #БеҙТаҙалыҡЯҡлы #ТаҙалыҡҮҙебеҙгәКәрәк

633 0

ALykWYZUL3w