Илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. 15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулды. Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнаша. Уларҙың 343-е һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итте. 13 февралдә Сыңғыҙ ауыл клубында ла , ауыл биләмәһенең яугир-интернационалистары тәбрикләнде. Сараға бөтәһе 6 афған һуғышы һәм 8 чечен һуғышы ветераны килде. Байрам юғары кимәлдә үтте, яугирҙәр үҙҙәренең уй-кисерештәре, яу тураһында хәтирәләре менән бүлеште, балалар биргән һорауҙарға яуап биреп үттеләр. Кисәне, яуҙа ҡалған яугирҙәргә аят уҡыу менән имам-хатибтар асып ебәрҙе. Алып барыусылар ҡыҫҡаса тарихҡа байҡау яһап үттеләр. Мәктәп уҡыусылары музыкаль номерҙар ы бүләк итте .Ә яугирҙәребеҙҙең тик бер теләге:- “Күк йөҙө тыныс булһын, илебеҙҙә һуғыш булмаһын !“. Уларҙың сығыштарынан һуң залда ултырыусыларҙың һәр береһендә ғорурлыҡ һәм тетрәнеү тойғоһо уянғандыр. Ошо Афған һәм Чечня һуғышында хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙгә алдағы томоштарында ла ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә,балалар именлеге теләйбеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ ысын патриотизм өлгөһө. Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.

778 0