Новости
Сыңғыҙ ауылында Әсәләр көнө уңайынан,Таулыҡай,Сыңғыҙ,Буранбай ауылы әсәйҙәре араһында волейбол ярышы үтте. Ярыш бик сәмле барҙы.Өс командала ла көслө уйынсылар күп булды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Сыңғыҙ ауылының 90*60*90 командаһы 3 сө урын, Буранбай ауылының «Бишбармаҡ » командаһы 2се урын һәм Таулыҡайҙың «Әсәйҙәр » командаһы 1 се урын һәм Ауыл хакимиәте башлығы Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы ҡуйған күсмә кубокка лайыҡ булды.Уйынсылар араһынан Ләйсән Үҙәнбаева, Миңзәлә Шахморатова һәм Гүзәл Әминеваға иң шәп уйынсы тигән маҡтау грамоталары тапшырылды.Ошондай күңелле осрашыуҙар күберәк булһын тигән теләктә ҡалды командалар. Ҡатнашыусыларға,уйынды ойошторған Ауыл хакимиәтенә һәм ҡатын — ҡыҙҙар советы рәйестәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Бөтәгеҙгәлә һаулыҡ,ғаилә именлеге, балалар бәхете теләйбеҙ.
26 ноябрь көнө ауыл хакимиәтендә ,совет депутаттары һәм актив менән сираттағы ултырыш үтте. Көн тәртибендә : 1. Таулыҡай ауыл советының бюджет проекты 2. Бюджет проектына өҫтәлмәләр индереү 3. Уставҡа өҫтәлмәләр һәм яңыртыуҙар индереү 4. Налог йыйыу буйынса һорауҙар ҡаралды. Депутаттар проектты бер тауышта ҡабул итте. Сессиянан һуң активтың оперативкаһы үткәрелде, үткән аҙнаға йомғаҡ яһалып алдағы аҙнаға пландар ҡаралды.
24 Ноябрь көнө ауыл мәҙәниәт йортонда әсәләр көнөнә арналған байрам кисәһе үтте.Байрамды ауыл хакимиәте башлығы Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы асып бөтә әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотланы,шулай уҡ үҙҙәренең олпат юбилейҙарын 80 йәштәрен билдәләүсе Әсмә Моталлапова,Гәүһәр Үҙәнбаева,Фәрзәнә Дәүләкәнова,Вәлимә Ғәлина,Исмәғилева Зәйтүнә инәйҙәрҙе ҡотлап бүләктәр тапшырып үтте. Ауыл тормошонда ихлас ҡайнаған,үҙе яҙған Өмөт спектакле менән район кимәлендә танылыу алған Мәзүнә апай Күсәрбаеваға,спектакльдә ҡатнашыусы Зәйтүнә апай Сәлихова,Фатима апай Исмәғилева,Ишһылыу Ғәзизоваға,бөтә байрам сараларында әүҙем ҡатнашыусы Хазина фольклор ансамблена рәхмәт хаттары тапшырылды.Байрамды ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Хазина фольклор ансамбле,йәштәрҙән төҙөлгән Ынйылар төркөмө,Мәхмүзә апай Сәғәҙәтова,Әхсән ағай Сәлихов,Айбулат ағай Хәлилов һәм 1 се Этҡол һылыуы Нәжиә Байсыуыҡова йыр — бейеүҙәре менән йәмләне.Рәхмәт бөтәһенәлә!Байрам менән!
решение № 127 от 26.11.2018 года Об утверждении Правил размещения движимых вещей на детских игровых, спортивных, хозяйственных площадках, площадках для отдыха, расположенных на территории сельского поселения Тавлыкаевский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан
№127 от 26.11.1826...More
530 0