23 февраль,Ил һаҡсылары көнөндә, үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы Мөхәмәтйәров Йәүҙәт Шәһит улы тыуған көнөн билдәләне.. Йәүҙәт Шәһит улы үҙ ғүмерендә уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған алдынғы ҡарашлы, киң эрудициялы, кешелекле, ярҙамсыл, талантлы, тура һүҙле, талапсан етәксе булараҡ билдәле. Йәүҙәт ағай клуб янында эшләп килгән «Хазина» фольклор ансамбленең алмаштығыһыҙ етәксеһе.Улар ауыл һәм район кимәлендә үткән сараларҙың йөҙөк ҡашы.Шуғалыр ҙа 2018 йылдың һөҙөмтәләре буйынса район кимәлендә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылды Йәүҙәт Шәһит улы. Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған ир азаматы – өйҙә өлгөлө ғаилә башлығы. Улар тормош иптәше Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарҙылар, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ғүмер итәләр. Тормошобоҙҙо йәмләгән ошондай ябай кешенең рухи көсө беҙҙе ҡанатландырып торһа ине.

854 0