Урал аръяғы райондарының иҡтисадын үҫтереү программаһына ярашлы, районға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Был иһә үҙ сиратында өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу мөмкинлеге бирә . Ауыл ерендә эш булыу — ярты бәхет, киләсәк бар тигәнде аңлата. Беҙҙең ауылда ла бер нисә йыл рәттән «Колибри» теген цехы эшләп килә. Әлеге көндә цехта бөтәһе 21 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Эш урындары йылы, яҡты, заман талаптарына ярашлы теген машиналары ҡуйылған. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялына китеүселәргә пособиелар түләнә, пенсия фондына иғәнәләр күсерелә. Ағымдағы осрашыуҙа, теген цехында эшләүселәр үҙ эштәренә яратып, яуаплы ҡарауҙарын күрһәтте. Ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, ике көн ялыңда бөтә эште лә эшләп өлгөрөп була, тигән фекерҙә улар. Әлбиттә, эш хаҡы тураһында төрлө фекерҙәр, комментарийҙар күп, ә ысынында иһә эш хаҡы күләменә ҡарап түләнә. Проблемалар юҡ түгел, улар яйлап хәл ителер. Иң мөһиме, тегенселәр цехтың артабан да эшләүен теләй. Кешене эшле, аҡсалы итәм тиһәң, ҡулына аҡса түгел, көрәк тоттор, тигән бер аҡыл эйәһе. Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар тигән мәҡәлдәй, ауылда эш урындары булыуы ҙур ҡыуаныс. Буш торған балалар баҡсаһы бинаһын, теген цехы итеп алған Линара Шәрифйән ҡыҙына, район хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Бөтәһе лә яҡшы булыр тигән өмөттәбеҙ.

510 0