Author > Администрация сельского поселения Тавлыкаевский сельсовет

Posts by Администрация сельского поселения Тавлыкаевский сельсовет

23 февраль,Ил һаҡсылары көнөндә, үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ҡылған изгелектәре менән башҡаларға үрнәк булырлыҡ ир-уҙаманы Мөхәмәтйәров Йәүҙәт Шәһит улы тыуған көнөн билдәләне.. Йәүҙәт Шәһит улы үҙ ғүмерендә уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған алдынғы ҡарашлы, киң эрудициялы, кешелекле, ярҙамсыл, талантлы, тура һүҙле, талапсан етәксе булараҡ билдәле. Йәүҙәт ағай клуб янында эшләп килгән «Хазина» фольклор ансамбленең алмаштығыһыҙ етәксеһе.Улар ауыл һәм район кимәлендә үткән сараларҙың йөҙөк ҡашы.Шуғалыр ҙа 2018 йылдың һөҙөмтәләре буйынса район кимәлендә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылды Йәүҙәт Шәһит улы. Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған ир азаматы – өйҙә өлгөлө ғаилә башлығы. Улар тормош иптәше Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарҙылар, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып ғүмер итәләр. Тормошобоҙҙо йәмләгән ошондай ябай кешенең рухи көсө беҙҙе ҡанатландырып торһа ине.

...More

855 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Таулыҡай ауылы биләмәһенә ҡараған Сыңғыҙ, Буранбай, Таулыҡай ауылдарында, ир-егеттәрҙе ҡотлап байрам концерттары үтте. Буранбай ауылында «Служу мужу» , Таулыҡайҙа “Ҡыҙҙар китә әрмегә”тигән театрлаштырылған тамашалар, Сыңғыҙҙа иһә байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ҡатын – ҡыҙҙар, көслө заттарҙы ҡотлау өсөн эшкә бик яуаплы тотондо һәм һәр ауылда ла байрамды лайыҡлы кимәлдә үтте тип әйтергә була. Клубтарҙың художество етәксәләренә, ҡатнашҡан һәм ойоштороуға ярҙам иткән ҡыҙҙарға, «Хазина», «Йәнтөйәк» ансамблдәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Артабан да шулай дәртле, берҙәм булып ҡалығыҙ!

...More

508 0

Постановление № 2 от 14.01.2019 года Об утверждении Административного регламента предоставления муниципальной услуги «Предоставление в аренду земельных участков, находящихся в муниципальной собственности муниципального образования, без проведения торгов» в Администрации сельского поселения Тавлыкаевский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

№ 2 от 14.01.19 регламент...More

598 0

Постановление № 1 от 14.01.2019 года Об отмене Постановления № 74 от 07 ноября 2016 года «Об утверждении Административного регламента предоставления муниципальной услуги «Предоставление в аренду земельных участков, находящихся в муниципальной собственности муниципального образования или государственная собственность на которые не разграничена, без проведения торгов»

П № 1от 14.01.19...More

623 0

15 февраль көнө район кимәлендә 2018 йыл йомғаҡтары яһап үтелде. Үҙебеҙҙең Таулыҡайҙар йылдағыса һынатманы.Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимовҡа «Йыл хужалығы етәксеһе» исеме бирелде. Һөнәре буйынса иң яҡшылары булып Уразбаева Гөлсирә Әкрәм ҡыҙы, Сәғәҙәтов Ғәле Ғиса улы, Абдуллин Ғәфур Ташбулат улы, Мөхәмәтова Мәрйәм Бирғәле ҡыҙы, Исхаҡов Миҙәхәт Әхәт улы, Яҡупов Нуретдин Ғәйфулла улы, Усманов Сәлимгәрәй Сәхи улы, Исхаҡова Гөлгөнә Әбделхәй ҡыҙы танылды. Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй ти халҡыбыҙҙың мәҡәле. Артабан да эшегеҙҙән йәм табып, ауылыбыҙҙың данын күтәреп йәшәргә һәм эшләргә насип булһын.Бөтәгеҙгә лә ғаилә именлеге, һаулыҡ , бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ!

...More

767 0

Урал аръяғы райондарының иҡтисадын үҫтереү программаһына ярашлы, районға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Был иһә үҙ сиратында өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу мөмкинлеге бирә . Ауыл ерендә эш булыу — ярты бәхет, киләсәк бар тигәнде аңлата. Беҙҙең ауылда ла бер нисә йыл рәттән «Колибри» теген цехы эшләп килә. Әлеге көндә цехта бөтәһе 21 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Эш урындары йылы, яҡты, заман талаптарына ярашлы теген машиналары ҡуйылған. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялына китеүселәргә пособиелар түләнә, пенсия фондына иғәнәләр күсерелә. Ағымдағы осрашыуҙа, теген цехында эшләүселәр үҙ эштәренә яратып, яуаплы ҡарауҙарын күрһәтте. Ваҡытты дөрөҫ бүлһәң, ике көн ялыңда бөтә эште лә эшләп өлгөрөп була, тигән фекерҙә улар. Әлбиттә, эш хаҡы тураһында төрлө фекерҙәр, комментарийҙар күп, ә ысынында иһә эш хаҡы күләменә ҡарап түләнә. Проблемалар юҡ түгел, улар яйлап хәл ителер. Иң мөһиме, тегенселәр цехтың артабан да эшләүен теләй. Кешене эшле, аҡсалы итәм тиһәң, ҡулына аҡса түгел, көрәк тоттор, тигән бер аҡыл эйәһе. Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар тигән мәҡәлдәй, ауылда эш урындары булыуы ҙур ҡыуаныс. Буш торған балалар баҡсаһы бинаһын, теген цехы итеп алған Линара Шәрифйән ҡыҙына, район хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.Бөтәһе лә яҡшы булыр тигән өмөттәбеҙ.

...More

515 0

Илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. 15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулды. Афған һуғышында Башҡортостандан туғыҙ мең хәрби ҡатнаша. Уларҙың 343-е һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итте. 13 февралдә Сыңғыҙ ауыл клубында ла , ауыл биләмәһенең яугир-интернационалистары тәбрикләнде. Сараға бөтәһе 6 афған һуғышы һәм 8 чечен һуғышы ветераны килде. Байрам юғары кимәлдә үтте, яугирҙәр үҙҙәренең уй-кисерештәре, яу тураһында хәтирәләре менән бүлеште, балалар биргән һорауҙарға яуап биреп үттеләр. Кисәне, яуҙа ҡалған яугирҙәргә аят уҡыу менән имам-хатибтар асып ебәрҙе. Алып барыусылар ҡыҫҡаса тарихҡа байҡау яһап үттеләр. Мәктәп уҡыусылары музыкаль номерҙар ы бүләк итте .Ә яугирҙәребеҙҙең тик бер теләге:- “Күк йөҙө тыныс булһын, илебеҙҙә һуғыш булмаһын !“. Уларҙың сығыштарынан һуң залда ултырыусыларҙың һәр береһендә ғорурлыҡ һәм тетрәнеү тойғоһо уянғандыр. Ошо Афған һәм Чечня һуғышында хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙгә алдағы томоштарында ла ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә,балалар именлеге теләйбеҙ. Һеҙҙең батырлығығыҙ ысын патриотизм өлгөһө. Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.

...More

782 0